Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
25 Сентябрь 2022, 20:50

Стәрлетамаҡ уландарын оҙатты!

Бөгөн Стәрлетамаҡ халҡы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Ҡораллы Көстәр сафына хәрби күнекмәгә егеттәрҙе оҙатты.  

Стәрлетамаҡ уландарын оҙатты!
Стәрлетамаҡ уландарын оҙатты!

Хәрби комиссариат алдына резервтағыларҙың ҡатындары, һөйгән ҡыҙҙары, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйылды.
Тыуған илде һаҡлау – ирмен тигән ир-егеттең изге бурысы. Бөгөн юлға сыҡҡан егеттәрҙең барыһы ла быны яҡшы аңлай. Ватанды һаҡлау, иң беренсе, ғаиләңде, яратҡан ҡыҙыңды, балаларыңды яҡлау ул,- тине ҡала хакимиәте башлығы Р. Ғәзизов.
24 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары һәм хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, республиканың хәрби комиссарҙары менән кәңәшмә үткәрҙе. Башҡортостан Башлығы улар алдында торған төп бурыстарҙы атаны. “Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ҡарата беҙҙең төп принцип үҙгәрешһеҙ ҡала: Шайморатов нәҫелдәре үҙҙәренекен ташламай! Егеттәрҙе кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итә алырлыҡ хәлдәбеҙ. Бөтәгеҙҙе лә был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауығыҙҙы һорайым”, - тине Радий Хәбиров.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: