Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
26 Сентябрь 2022, 16:23

ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!

- Кемде оҙатаһың?- Улымды... Саҡырыу ҡағыҙын үҙем тапшырҙым.- Нисек ҡулың барҙы?- Ә нишләйһең, тыуған илде һаҡларға кәрәк!

ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!

Бына шундай һүҙҙәр ҡолаҡҡа салынып ҡалды мобилизациялау буйынса саҡырылған ир-егеттәрҙе оҙатыу митингында.
Эйе, бына Гөлнара апайҙың улына 43 йәш икән, ваҡытында ике йыл әрме сафтарында артиллерист булып хеҙмәт иткән ул.
-  Уның тәжрибәһе бар, иҫән-һау ҡайтырына ышанам, өмөт итәм. Тыуған илде һаҡларға кәрәк, махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға ла ярҙам кәрәк,- тине ул.
Ике көн дауамында Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты майҙанында халыҡ күп булды: улдарын, ағаларын, ҡустыларын,дуҫтарын һәм туғандарын оҙатыусылар һәм мобилизациялау буйынса саҡырылған ир-егеттәр.. Моңһоу тәбиғәт тә барыһы менән дә бергә ҡушылып илай ине.
Һәр яҡтан да ошондай тауыштар ишетелде:
"Иҫән-һау ҡайтығыҙ", "Атай,һау бул!", "Үҙеңде һаҡла", "Беҙ һине көтәбеҙ!".
Тәүҙә Пенза ҡалаһына уҡырға, һуңынан махсус хәрби операцияға ебәрелгән егеттәр яйлап хәрби комиссариат яғына атлайҙар.
- Саҡырылыу ҡағыҙын тыныс ҡына ҡабул иттем. Сөнки бөгөн беҙ илгә ныҡ кәрәкбеҙ. Был беҙҙең бурысыбыҙ,- тип уйлайым тине Руслан Ғәниев.
- Ҡәҙерле Ватандаштар, беҙ һеҙҙе Тыуған илде һаҡлауға йүнәлтелгән һынауҙы намыҫ менән үткәреү өсөн ойошторолған тантаналы митингка йыйылдыҡ. Һеҙ илебеҙҙең ысынлап та лайыҡлы улдары булып тораһығыҙ, сөнки бер кемегеҙ ҙә сит илгә ҡасып китмәгән, йәшенмәгән. Һеҙ үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ һәм еңеп ҡайтығыҙ! Ә беҙ һеҙҙе бында көтәсәкбеҙ,- тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров:
- Мин һеҙҙе парадлы формала оҙатам! Ир-егеттәр, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, был һеҙгә минең бойороғом!,- тине.
- Бар шундай һөнәр - Тыуған Илде һаҡлау! Ысын ир булып ҡалығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең маҡсат - иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу,- тине «Набат» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Маняпов.
Тағы ла БР Башлығы Радий Хәбиров та егеттәрҙе оҙатырға килгән ине.
- Хөрмәтле яҡташтар! Беҙ бөгөн бында йыйылдыҡ, күңелдә ике һүҙҙәр - хөрмәт һәм рәхмәт. Ихтирам, ысын ир-егеттәргә. Еңел булмаған осорҙа ысын ир-егеттәрҙең булыуы һөйөндөрә. Рәхмәт һеҙгә - ошо көндәрҙә илебеҙ составына инергә ҡарар иткән Донбасты яҡларға барырға йыйынғанығыҙ өсөн! Башҡортостандан меңәрләгән егете - Оборона министрлығы, Рәсәй гвардияһы, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Александр Доставалов исемендәге ике батальон, "Барс" ирекле отрядтары һәм башҡалар нисәмә ай шунда. Улар һеҙҙе көтә һәм һеҙгә ышана. Беҙ бөгөн өмөт менән һеҙгә бағабыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлап, хәрби бурысығыҙҙы үтәп ҡайтығыҙ! Иң мөһиме, барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ көтәбеҙ!,- тине Радий Хәбиров.
... Һәр кемеһенең йөрәге илаһа ла, оҙатып ҡалыусылар үҙҙәрен ҡулға тоторға тырышты. Сөнки ил тыныслығы, ил киләсәге өсөн дошмандарҙы юҡ итергә кәрәк! Хәрби бурыс үтәргә юлланған егеттәр ҙә үҙҙәрен тыныс тотто. Беҙ илебеҙҙе һаҡларға тейеш, тине улар!
Барыһының да теләге бер: "ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР"

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: