

3 сентябрҙә яңғыҙы ғына махсус заданиены үтәргә сыҡҡанда дошман БТР-ы менән осрашҡан. Ул ете һалдаттың икәүһен юҡ иткән, берәүһен әсирлеккә алған, ҡалғандары ҡасҡан. Фәнис әсирҙәрҙе БТР менән союз базаһына алып сыҡан. Ике көндән ошо базаға һөжүм иткәндәр.
Бер снаряд Фәнистең яҡташы урынлашҡан бинаға төшкән - егет контузия алған. Яҡташыбыҙ уны емереклектәр аҫтынан табып сығарып, хәрби госпиталгә илткән, бронетранспортёр мөғжизә менән генә зыян күрмәгән.
Бер тәүлектән өсөнсө рота дошманға ҡаршы ут асҡан - бәрелештә генерал-майор яраланған. Бына шул саҡта ҡыуып алып кителгән БТР-ҙың кәрәге тейгән дә инде - командирҙы табиптарға ваҡытында алып барып өлгөрәләр. Әле Фәнис өйҙә - отпускыла, иртәгә йәнә юлға сыға.
Башҡортостаным.Яңылыҡтар.