Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
3 Октябрь 2022, 13:23

Башҡортостан Хөкүмәтендә мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары тикшерелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тикшерелде.

Башҡортостан Хөкүмәтендә мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары тикшерелде.Башҡортостан Хөкүмәтендә мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары тикшерелде.
Башҡортостан Хөкүмәтендә мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары тикшерелде.

"Берҙәм Рәсәй" ҙең төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов билдәләүенсә, 26 сентябрҙән бөтә муниципалитеттарҙа Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Уның ағзалары туғандарына һәм махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына адреслы ярҙам күрһәтә.
Штабҡа 8-800-201-89-93 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
- 3 октябргә ҡарата колл-үҙәк төрлө мәсьәләләр буйынса 250-нән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән, - тип билдәләне Руслан Насретдинов. - мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла ярҙам итергә йәки ирекмән булырға теләүселәр бар.
"Берҙәм Рәсәй" ҙең төбәк бүлексәһе шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына гуманитар йөк ебәрҙе.
Башҡортостан Башлығы штаб активистарына, шулай уҡ муниципалитет етәкселәрен мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.



Фото:Башинформ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас