Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
5 Октябрь 2022, 10:31

ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧҠА БЮСТ АСЫЛА.

13 октябрҙә Стәрлетамаҡта халҡыбыҙҙың үлемһеҙ шәхесе – бөйөк шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Шәйехзада Бабичҡа бюст асыла.

ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧҠА БЮСТ АСЫЛА.
ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧҠА БЮСТ АСЫЛА.

Сара Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә уҙғарыла.
Бюст архитектура ҡомартҡыһы булған(№6-2/251в 12.05.92) Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы бинаһында ҡуйыласаҡ . Адресы Комсомол урамы, 67.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Әҫәрҙең авторы - билдәле скульптор Дворник Владимир Александрович (1972-2020).
Ш. Бабич һәйкәле (бюсы) Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына - Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан бүләккә тапшырыла. 
Тантанала Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан абруйлы ҡунаҡтар, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары һәм студенттары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашасаҡ.
Инеү саҡырыу ҡағыҙы буйынса.

ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧҠА БЮСТ АСЫЛА.
ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧҠА БЮСТ АСЫЛА.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: