Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
5 Октябрь 2022, 18:00

Яһалма аң һәләкәткә илтәсәк

   Ғалимдар  яһалма аң контролдән сығып, етди зыян  килтереүе ихтимал, тип иҫкәртә.

Йыл һайын донъяла,  киләсәктә кешене алыштыра торған,  яңы асыштар уйлап табыла. Ләкин ғалимдар  яһалма аң кеше контроленән теләһә ҡайһы ваҡытта сығыуы ихтимал, - тип хафалана.  Бөгөнгө көндә  технологиялар беҙҙең ҡарамаҡта, ә нейро селтәр,  идара итеүҙе үҙенә алыу менән,  машиналар  кешене уҙып китәсәк.  Шуға күрә китаптарҙа һәм фильмдарҙа күрһәтелгәнсә,  машиналарҙың баш ҡалҡытыуы  - фантастика булыуҙан туҡтарға ла мөмкин.  Ғөмүмән,  роботтар  медицина күрһәткестәрен анализлай, деталдәр эшләй,  логистик мәсьәләләр сисә һәм башҡа функцияларҙы башҡара ала. Бөгөн иһә яһалма аң  үҙ эшен кешеләргә ҡарағанда сифатлыраҡ һәм төгәлерәк башҡара. Ләкин РИА Новости хәбәр итеүенсә, социаль тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, кешеләр фекере буйынса,  компьютер ҡабул иткән ҡарарҙар ғәҙел булмаған,  ә кешеләр менән ҡабул иткәндәре, киреһенсә, ғәҙел икән.  Төп белгестәр яһалма аңдың төрлө өлкәләрҙә кешенән башҡа эшкәртеү һәм етештереү менән шөғөлләнеүенә ҡаршы. Сөнки улар фекеренсә, был донъяуи һәләкәткә килтерәсәк. Киләсәктә,  ғалимдар фекеренсә, юғары аң кеше ҡыланышын ҡабатлаясаҡ , ә аҙаҡ кешеләрҙе алдай башлаясаҡ. Уйлап ҡараһаң, харап икән...

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Яһалма аң һәләкәткә илтәсәк
Яһалма аң һәләкәткә илтәсәк
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: