Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
10 Октябрь 2022, 17:48

РӘСӘЙ МЕНӘН БӨЙӨК БЕРҘӘМЛЕКТӘ, СӘСКӘ АТ, БАШҠОРТОСТАН!

Бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған йыйылыш үтте.

РӘСӘЙ МЕНӘН БӨЙӨК БЕРҘӘМЛЕКТӘ, СӘСКӘ АТ, БАШҠОРТОСТАН!РӘСӘЙ МЕНӘН БӨЙӨК БЕРҘӘМЛЕКТӘ, СӘСКӘ АТ, БАШҠОРТОСТАН!
РӘСӘЙ МЕНӘН БӨЙӨК БЕРҘӘМЛЕКТӘ, СӘСКӘ АТ, БАШҠОРТОСТАН!

Был сараның тантаналы өлөшө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символдарын күтәреүҙән башланды.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Улар ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ менән республика үҫешенең төп ҡаҙаныштары һәм йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
Айбулат Вәкил улы үҙенең сығышында Стәрлетамаҡ даими үҫеш хәлендә булыуын билдәләне. Ул әйтеүенсә, ҡала Башҡортостанда етештереү күләме буйынса өсөнсө урынды биләй. Бында йәмәғәт киңлектәре һәм йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә, мәктәптәр реконструкциялана, шәхси эшҡыуарлыҡ үҫешә, яңы спорт объекттары асыла.
Рөстәм Фәрит улы Стәрлетамаҡта иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре лә күрһәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, спортта, мәҙәниәттә һәм мәғарифта ла ҡаҙаныштар байтаҡ. Хакимиәт башлығы Стәрлетамаҡ халҡының бар өлкәләрҙә лә һынатмауын белдерҙе.
- Барлыҡ был еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар - ҡала халҡының үҙ эшенә яуаплы һәм ижади ҡарашының һөҙөмтәһе, - тине Рөстәм Фәрит улы.
Шулай уҡ Айбулат Хажин менән Рөстәм Ғәзизов бөгөнгө көндә хәрби бурысын үтәгән егеттәрҙең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ошо сараға саҡырылған туғандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында Рөстәм Фәрит улы, Ирек Айрат улы һәм Айбулат Вәкил улы Стәрлетамаҡ халҡын ҡала һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн дәүләт наградалары һәм Почет грамоталары менән бүләкләне.

ФОТОЛАР: ҠАЛА ХАКИМИӘТЕ САЙТЫНАН АЛЫНДЫ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас