Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
17 Октябрь 2022, 04:30

Стәрлетамаҡҡа контр-адмирал ҡайтты.

Ул ниндәй маҡсат менән килгән?

Стәрлетамаҡҡа контр-адмирал ҡайтты.Стәрлетамаҡҡа контр-адмирал ҡайтты.
Стәрлетамаҡҡа контр-адмирал ҡайтты.

Бөгөн Мәскәү хәрби комиссариаты инспекторы, контр-адмирал, хәрби фәндәр докторы Батыргәрәй Сәлим улы Зөлҡәрнәев менән осрашыу бәхете тейҙе.
Минең өсөн ул легендар кеше. Батыргәрәй Сәлим улы Төньяҡ флоттың атом ракета һыу аҫты кәмәһе командиры булған. 1980 йылдар башында үҙенең экипажы менән Донъя океанының төрлө райондарына ете хәрби походтарға бара. Ул тәжрибәле офицер, ғалим.
Батыргәрәй Сәлим улы ҡасандыр Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбендә уҡыған. Бөгөнгө көндә ул Мәкәүҙә йәшәй һәм һаман да Ватанға хеҙмәт итә.
Уның менән беҙ төрлө темаларға әңгәмәләштек. Әлбиттә, патриотик тәрбиә темаһын да урап үтмәнек. Хәҙерге ваҡытта ул айырыуса мөһим. Әйткәндәй, Батыргәрәй Сәлим Стәрлетамаҡҡа йыш килә һәм Федераль именлек хеҙмәтенең кадеттары һәм уҡытыусылары өсөн батырлыҡ дәрестәре үткәрә.
Беҙ бындай яҡташтарыбыҙ булыуы менән һәр саҡ ғорурланабыҙ!

( Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов сәхифәһенән алынды)

Стәрлетамаҡҡа контр-адмирал ҡайтты.
Стәрлетамаҡҡа контр-адмирал ҡайтты.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас