

Ярыш Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры А.М.Уткиндың иҫтәлегенә арналды.
Өфөнән, Нефтекаманан, Ағиҙелдән һәм Стәрлетамаҡтан 137 спортсы Башҡорт дәүләт аграр университетының һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йөҙөү бассейнында үткән спорт сараһында ҡатнашты.
Полина Таныгина ҡыҙҙар араһында еңеүсе булһа, (11-12 йәш) Антон Гераськин егеттәр араһында 2-се урын алды (13-14 йәш).
Команда зачётында 32-се мәктәптең спорт командаһы 2-се урын алған.
32-се мәктәп мәғлүмәттәре буйынса алынды.