

Һәйкәлдә бәләкәй ҡыҙға кәтлит һәм макарон биреп торған ашнаҡсы һынландырылған. Бала йөҙөндә рәхмәт билгеһе һәм шатлыҡ сағыла. Скульптура Балалар һәм диетик туҡландырыу үҙәге башланғысы менән барлыҡҡа килгән. Уны Мәскәү скульптуры, Рәссамдар союзы ағзаһы Андрей Асерьянц яһаған.
3 метрлыҡ композиция металдан ҡойолған, ауырлығы 350 кг. Уны төҙөү өсөн ярты йыллап ваҡыт киткән. Иҫтәлекле урындың нигеҙенә “Аша, уҡы, ҙур булып үҫ” тип яҙылған.
Автор Андрей Асерьянц әйтеүенсә, ул ниндәйҙер билдәле кеше һынын түгел,ә балалар ашнаҡсыларының йыйылма образын сағылдырырға тырышҡан.
Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды