

“Отставкалағы полковник, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Артур Йомағужин махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальоны төҙөү башланғысы менән сығыш яһағас та килешеп ҡуйҙыҡ – әгәр идея республикабыҙ егеттәренә оҡшаһа, беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөн Артур Ғәлимйән улы миңә әйтеүенсә, батальонға инеү теләген 700 кеше белдергән, улар – хәрби тәжрибә туплаған, "ҡыҙыу нөктәләр"ҙе үткән ир-егеттәр. Әлбиттә, һүҙебеҙҙе тотабыҙ һәм Башҡортостандың өсөнсө батальонына һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ. Техника, кейем-һалым, барлыҡ кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итәсәкбеҙ, һәм был формалашыу этабында ғына түгел, ә киләсәктә лә буласаҡ. Уларға М. Шайморатов, А. Доставалов исемендәге батальондарҙа ҡатнашыусыларға түләнгән аҡса биреләсәк, ә ғаилә ағзаларына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә лә ярҙам саралары буласаҡ.
Беҙ был егеттәр өсөн уларҙың туғандары, шулай уҡ бар республика алдында яуап бирәбеҙ – башҡа хәрби бурысын үтәгән егеттәргә кеүек үк”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.