

Ул бик иртә рулде борорға, буйы етмәһә лә тормозға баҫырға өйрәнә. Ә тәүге тапҡыр ысынлап руль артына үҫмер сағында ултыра.
– “Копейка”ла (ВАЗ-2101 – авт.) ауыл буйлап елдерә торғайным. Малайҙар менән машинала һыу инергә йә иһә эшкә барып ҡайтыу үҙе бер ваҡиға була торғайны. Йәнәһе лә һин ауылдың текә малайы, ҡыҙҙар алдында ла бер башҡа үҙеп китәһең бит, – тип тәүге водитель тәжрибәһе туплаған йылдарҙы иҫкә ала Артур.
Мәктәпте тамамлағас та Артурҙың алдында ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыумай. Сөнки ул өлкән кластарҙа ул Стәрлетамаҡтың 97-се һөнәри училищеһына тракторсы-машинистҡа уҡырға инеп, машиналар серенә төшөнөргә тигән ҡарарға ныҡлы килгән була инде. Күңеленә ятҡас, тырышып уҡый ул, тракторсы-машинист һөнәрен алған егет артабан ил алдындағы хәрби бурысын да намыҫ менән үтәп, Өфөлә урынлашҡан М.Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядта водитель булып хеҙмәт итеп ҡайта.
Тыуған яҡтарына ҡайтып ингәс тә, белемле, тәртипле егетте быраулау машинаһы водителе итеп ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар, сөнки шоферҙар, бигерәк тә быраулау машинаһына һәр ваҡыт кәрәк, етешмәй тиһәк тә – дөрөҫтөр...
– Юлдар, юлдар!.. Күпме юлдар үтелде икән быраулау машинаһында эшләгәндән бирле, бөтә Башҡортостанды урап сығабыҙ, Водитель эше бигерәк ныҡ яуаплы, сөнки юлда йөрөгәндә төрлө хәлдәр булғылай. Бер нәмәне гел иҫтә тоторға кәрәк: юл хаталарҙы ғәфү итмәй, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ алып, рулгә ултырғанһың икән, иғтибарлы, уяу булырға кәрәк. Шуға күрә үҙем юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы һәр яңылыҡ менән танышып барам, – ти тәжрибәле водитель. Шул уҡ ваҡытта скважиналарҙы быраулау эше лә еңел түгел. Бер скважинаны бырауларға бер көн ваҡыт китә. Был, әлбиттә, бырау “тиҫкәрелешмәгән”, ер аҫтында ҡалын таш ҡатламы йәки башҡа берәй ҡаршылыҡ тура килмәгән осраҡта. Унан башҡа төрлө сетерекле хәлдәргә лә тап булмаған түгел ул... Әммә йәйге селлә булһынмы, ҡышҡы сатлама һыуыҡмы, “КамАЗ”ын тоҡандыра ла республика буйлап гиҙергә сыға ла китә шофер.
– Эшемде бик яратам, – ти хеҙмәт кешеһе Артур Ғиләзитдинов.
Ә бына көнө-төнө юлда йөрөп ҡайтҡандан һуң, үҙеңә нисек ял ойоштораһың тип ҡыҙыҡһынып һорайым әңгәмәсемдән, минең өсөн машинала йөрөү – үҙе бер ял кеүек, эштәге машинанан төшкәс тә, үҙемдең үҙемдекенә ултырам. Ял көндәрендә ваҡытым машина менән уҙа, уны ла бит һәр ваҡыт ҡарап торорға, йә ремонтларға, таҙартып ҡуйырға кәрәк. Ялдарҙа эшкә сыҡмай торһам, оҙон юлды һағына башлайым, – тип тә өҫтәй ул.
Ял тигәндән, кем генә булып эшләһәк тә, буш ваҡыттарыбыҙҙы ғаиләбеҙгә бағышлайбыҙ. Әңгәмәсем дә саҡ ҡына ваҡыты сығыу менән яҡындарына ашыға. Ҡатыны Азалия менән ике ул – 12 йәшлек Тамерлан һәм 10 Арсен исемле малайҙар тәрбиәләйҙәр улар.
– Улдарым менән бергәләп машина йүнәтәбеҙ, яланда, хәүефһеҙ урындат ғына алдыма ултыртып, рулде борғослап ҡарарға бирәм, – тип йылмая тәжрибәле водитель. Атаһынан күргән уҡ юнған, был малайҙар ҙа киләсәктә бәлки аталары кеүек тормоштарын юлдар йөрөүгә бағышлар!..
Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Артур Рәмил улына һәм уның барлыҡ коллегаларына һәр саҡ еңел һәм имен юлдар, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото Артур Ғиләзитдиновтың шәхси архивынан алынды.