Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
7 Ноябрь 2022, 10:00

Сүп-сарҙы сорттарға айырыу мөһим

Тышта ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан беҙҙең көндәлек тормош дауам итә.Туймазыла сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы эшләй башланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты. Заманса ҡорамалдар  менән тәьмин ителгән комплекс йыл һайын  100 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртәсәк тип фаразлана.  Ошондай уҡ комплекстар Архангель, Күгәрсен, Дыуан райондарында 2021 йылда уҡ асылғайны. Әле Бәләбәйҙә лә төҙөй башлағандар. Ғөмүмән, Федераль  субсидия аҡсаһына тағы ла 11393 контейнер алып республикабыҙҙың ҡалған ҡалаларын да тәьмин итмәкселәр.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: рәсми сайттан.

Сүп-сарҙы сорттарға айырыу мөһим
Сүп-сарҙы сорттарға айырыу мөһим
Автор:Римма Галимова
Читайте нас