Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
14 Ноябрь 2022, 17:30

БАРЫҺЫ ЛА БЫНА ТИГӘН ЭШСЕ УЛАРҘЫҢ!

Яңыраҡ “Сода” мәҙәниәт һарайында ҡалабыҙҙа ихлас хеҙмәт иткән төрлө хеҙмәт эйәләре булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың  тормошо күҙ алдына баҫты. Ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге, ҡала предприятиелары профсоюздары һәм “ProBrand” маркетинглыҡ агентлығы башланғысы менән ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе” конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһы предприятиелары һәм ойошмаларының эшсе йәштәре араһында уҙған  һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалы булып үтте.

Билдәле булыуынса, конкурс өс этапта үткән: 7-14 октябрҙә ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителгән, 17-27  октябрҙә “Бәйләнештә” халыҡ тауыш биргән. Ә 10 ноябрҙә – сараның финал өлөшөндә ҡалабыҙҙан береһенән-береһе егәрле, өлгөлө,  матур 16 ҡатын-ҡыҙ,  үҙҙәренең бар булмышын күрһәтеп, “Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе” титулы өсөн көс һынашты. Конкурсанттарҙы һәм тамашасыларҙы  ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм үҙе исеменән ихлас сәләмләп, ярышыусыларға сәм һәм еңеү теләне. Ул шулай уҡ был сараның студенттар өсөн генә түгел, эшсе йәштәр өсөн дә бик мөһим булыуын билдәләп үтте.

Бер уйлаһаң, конкурс шарттары әллә ни ҡатмарлы ла булманы, ҡыҙҙарға бары тик визит карточкаһы әҙерләргә, үҙенең һөнәре тураһында һөйләргә һәм ижади һәләтен күрһәтергә генә кәрәк ине. Һәр ҡатнашыусы үҙе һайлаған һөнәрҙе сәхнәләштергәндә хеҙмәт коллективтары  үҙ конкурсантын еңеүгә әйҙәп, дәрт-дарман өҫтәп ултырҙылар. Бында Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығынан, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатынан, “Авангард” заводынан, китапханасылар системаһынан, мәктәптән, Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайынан килеүселәр бигерәк тә әүҙемлек күрһәтте.

Шулай ҙа, тамашасы булараҡ шуны ла билдәләп үткем килә: уҡытыусы Татьяна Виденееваның үҙе ижад иткән аңдарыбыҙҙы томалаған интернет тураһындағы шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, тим. Ә инде “Авангард” эшсеһе Гөлгөнә Кәримованың ватансылыҡ тойғоһо бөгөн бигерәк тә актуаль яңғыраны һәм көслө алҡыштарға күмелде. Шулай уҡ  Троллейбус идаралығынан Евгения Калганова, миңә ҡалһа, эшсе ҡатын-ҡыҙҙың бөтә сифатына ла тап килә һәм, һис шикһеҙ, иң юғары баһаға лайыҡ ине.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханасыһы Марина Кудрейко Гран-при яулап, конкурстың иң ҙур бүләге – һуңғы моделле смартфон менән бүләкләнде. Беренсе урынға троллейбустар идараһынан Евгения Калганова сыҡты. Икенсе урын “Водоканал”дан Ралина Әхмәроваға, өсөнсө урын Пионерҙар һарайынан Ксения Руденкоға бирелде. Конкурсанттарҙың ҡалғандарына төрлө номинациялар тапшырылды. Мәртәбәле жюри яңылышманы, ҡатнашыусы һәр кемгә бағыусылар матур бүләк әҙерләгәйне. Жюри кәңәшләшкән арала тамашасылар алдында ҡалабыҙҙың ижади коллективтары сығыш яһаны.

 Шулай итеп, 2019 йылда һуңғы тапҡыр үткән “Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе” конкурсы быйыл яңынан ойошторолоп, ҡала халҡына был моңһоу көндәрҙә бер аҙ байрам кәйефе өҫтәне.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

БАРЫҺЫ ЛА БЫНА ТИГӘН ЭШСЕ УЛАРҘЫҢ!
БАРЫҺЫ ЛА БЫНА ТИГӘН ЭШСЕ УЛАРҘЫҢ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: