Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
15 Ноябрь 2022, 10:35

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы миллион һум отҡан.

Стәрлетамаҡтың 2-се гимназияһынан ун беренсе класс уҡыусыһы Карина Башмакова "Ҙур тәнәфес" конкурсында миллион һум отҡан. 

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы миллион һум отҡан.Стәрлетамаҡ уҡыусыһы миллион һум отҡан.
Стәрлетамаҡ уҡыусыһы миллион һум отҡан.

Бүләкләү тантанаһы октябрь аҙағында "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгендә уҙҙы.
"Ҙур тәнәфес" еңеүселәре араһынан Рәсәйҙән 300-гән 11-се класс уҡыусылары бер миллион һум аҡса алған -улар был сертификат ярҙамында юғары уҡыу йорттарына ингәндә ҡаҙаныштар портфолиоһына өҫтәмә балдар аласаҡ. 9-10-сы класс уҡыусыларына иһә, белем алыуға һәм үҙ-үҙен үҫтереүгә 200-шәр мең һум аҡса тапшырылған.
Карина Башмакова был аҡсаны белем алырға һәм репетиторҙар, онлайн-мәктәптәрҙә дәрестәр өсөн тотонорға планлаштыра.
"Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсы "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусылар булып Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, "Ҙур тәнәфес" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте сығыш яһай. "Ҙур тәнәфес" - Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас