Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
21 Ноябрь 2022, 16:31

"КЕШЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ ИТКЕМ КИЛДЕ"

Башҡортостан табиптары Луганскиҙа  нисек эшләй?

"КЕШЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ ИТКЕМ КИЛДЕ"
"КЕШЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ ИТКЕМ КИЛДЕ"

Журналист, Ишембайҙың "Торатау" гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Артыҡаева махсус хәрби операция барышында командировкала булды. Луганск өлкәһенең Ҡыҙыл Яр ҡалаһында ул Башҡортостандан килгән табиптар менән аралашҡан.
Атап әйткәндә, ул Өфө ҡалаһының 3-сө балалар поликлиникаһының ультратауыш тикшереүе табибы Гөлнара Хөсәйенова менән аралашҡан. Журналист табиптан ни өсөн Донбасс ҡалаһына барырға булғанлығы менән ҡыҙыҡһынған.
"Махсус хәрби операция башланғандан һуң азат ителгән биләмәләр халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ирекле рәүештә табиптарҙы йыя башланылар.Мин беренсе рәткә үк эләгергә хыялландым һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар бүлегенә шылтыраттым - тип һөйләгән Гөлнара Хөсәйенова. - Мин үҙ күҙҙәрем менән кешеләрҙең нисек йәшәгәнен, ә иң мөһиме уларға ярҙам иткем килде. Беренсе вахта менән бара алманым, сөнки өлкән улымдың мәктәпте тамамлаған ваҡыты ине, уның һуңғы ҡыңғырау байрамын ҡалдыра алманым. Ә инде унан һуң Донбасҡа юлландым."
- Ирем - беренсе чечен кампанияһында ҡатнашыусы. Ул мине аңланы - тип табип. Хеҙмәттәштәренә килгәндә, бер кемгә лә тәүҙә һөйләмәнем. Йә берәй нәмә килеп сыҡмаһа тип.Шуға күрә, улар приказ алғандан һуң ғына барыһын да белделәр. Бөтәһе лә был ҡарарыма шаңҡып ҡалдылар. Бер көн эсендә йыйындым да сығып киттем. Бында Башҡортостанда кәрәкле ҡорамалдар килтерелгән, медикаменттар менән дә проблемалар юҡ. Башҡортостан кеүек үк, күрше тораҡ пункттарға "сәләмәтлек поездары" менән йөрөйбөҙ,- ти Гөлнара Хөсәйенова.
Гөлнара Хөсәйенова урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығын билдәләп үтте.
"Бында кешеләр бик ҡунаҡсыл. Улар беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Килеү менән бер шәфҡәт туташы мине сәйгә саҡырып алды һәм ярҙамға килгәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан һәм урындағы табиптар иңгә-иң терәшеп эшләйҙәр".

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: