Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
22 Ноябрь 2022, 12:49

Стәрлетамаҡта бер ҡатын йорт йыһазын етештереү һылтауы менән мутлашҡаны өсөн хөкөм алдына баҫа.

Стәрлетамаҡ прокуратураһы был ҡатынға ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.

Стәрлетамаҡта бер ҡатын йорт йыһазын етештереү һылтауы менән мутлашҡаны өсөн хөкөм алдына баҫа.
Стәрлетамаҡта бер ҡатын йорт йыһазын етештереү һылтауы менән мутлашҡаны өсөн хөкөм алдына баҫа.

Уға Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө һәм 4-се өлөшө буйынса (мутлашыу, айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу) енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәфтишселәр әйтеүенсә, ғәйепләнеүсе "Стәрлетамаҡ мебель фабрикаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры булараҡ, 2020 йылдың сентябренән ноябренә тиклем предприятие һәм үҙ исеменән 28 граждандар менән корпуслы мебель әҙерләүгә килешеүҙәр төҙөгән. Әммә фирма үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәмәгән, шул уҡ ваҡытта 2,2 миллион һумдан ашыу суммаға зыян килтергән.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен танымаған.
Енәйәт эше тағы берҙе тикшереү үтер өсөн Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелгән.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Исмәғилев Ф.Р.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: