Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
23 Ноябрь 2022, 08:35

Аҙ килемле ғаиләләргә – шатлыҡлы хәбәр

Бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә  бәйле пособияларҙы 17 йәшкә тиклем берләштергән берҙәм түләү билдәләү хаҡында яҙғайныҡ инде. Был аҡсаны иртә иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә балаһы булған граждандарға уртаса килеме бер төбәк йәшәү минимумынан  кәмерәк булған осраҡта, йәғни 12388 һумдан кәм булғанда түләйәсәктәр.

 Ә инде ғаиләлә 17 йәшкә тиклемге бер нисә бала булған осраҡта пособие һәр балаға тәғәйенләнә. Федерация Советы был законды хуплағайны. Әле Рәсәй Президенты ошо законға ҡул ҡуйҙы һәм был фарман 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Шулай итеп  2023 йылдың 1 ғинуарынан аҙ килемле ғаиләләр Дәүләт хеҙмәттәре, Социаль фондта йәки күп функциялы үҙәктәр аша универсаль пособиеға ғариза бирә башлай ала. Әлбиттә был пособиеның күләме һәр ғаиләнең килем кимәленә ҡарап, төбәк йәшәү минимунан 50, 75 йәки 100 процент тәшкил итәсәк. Ошоға бәйле уртаса  сумма 2023 йылда ил буйынса  - 7 мең һум, 10,5 мең һум һәм 14 мең һум булыр тип күҙаллана. Һәр мохтаж ғаиләғә  был аҡсаны алып шатланырға яҙһын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

 

Аҙ килемле ғаиләләргә – шатлыҡлы хәбәр
Аҙ килемле ғаиләләргә – шатлыҡлы хәбәр
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: