Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
26 Ноябрь 2022, 15:30

Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!

Янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуы, яҡынлашып килгән хәүеф тураһында белмәй ҡалыуы менән бәйле. Статистика буйынса янғын иҫкәртеүсе прибор көн һайын тиҫтәләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡара икән.

Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!
Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!

Ул прибор бик уңайлы. Консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡоролмаһы бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Иҫкәрткесте йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлаясаҡ.  
Башҡоростанда ошо бәләкәй генә прибор ярҙамында 747 кешенең, шул иҫәптән 280 баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: