Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
28 Ноябрь 2022, 14:51

Эш биреүселәр инвалидтар өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнашыуға саҡырыла.

28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре менән берлектә Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған республика акцияһын үткәрә.

Эш биреүселәр инвалидтар өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнашыуға саҡырыла.
Эш биреүселәр инвалидтар өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнашыуға саҡырыла.

Республикала эш биреүселәрҙе инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеүгә йәлеп итеү өсөн һәм был категория граждандары өсөн эш урындарын йыһазландырыуға аҡса бүленә. Биш йыл эсендә инвалидтарҙы стажировка үтеү буйынса сараларҙа 600 кеше ҡатнашты. Быйыл 125 эш биреүсегә инвалидтар өсөн 110 эш урынын йыһазландырыуға 9,5 миллион һум күләмендә субсидия бирелде.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре тураһында мәғлүмәт биреү (хеҙмәт баҙарындағы эшкә урынлашыуға һәм социаль яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү, һөнәри йүнәлеш биреү эше тураһында мәғлүмәт биреү) акцияның төп маҡсаты булып тора, тип аңлатма бирә Башҡортостандың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова.- Инвалидтарҙың социаль яраҡлашыуы буйынса бурыстарҙы комплекслы хәл итеү өсөн аҙна дауамында республиканың ҡала һәм район халҡын эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә төрлө саралар үтәсәк. Улар - эш биреүселәр менән берлектә вакансиялар йәрминкәһе, "түңәрәк өҫтәлдәр". Улар эш биреүселәр, медик-социаль экспертиза бюроһы белгестәре һәм хакимиәт вәкилдәре менән берлектә эш алып барасаҡ, шулай уҡ инвалид балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн һөнәр һайлау буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, - тип дауам итә Ленара Иванова.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, эш биреүселәргә инвалидтар өсөн эш урындарын булдырыуға һәм йыһазландырыуға төбәк бюджеты иҫәбенә субсидиялана: - инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын ойоштороуға (3 төркөм инвалидты эшкә урынлашҡанда - 80 мең һумға тиклем, 1 һәм 2 төркөм - 100 мең һумға тиклем) аҡса бүленә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: