Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
2 Декабрь 2022, 10:30

Путин бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексацияларға ҡушты.

Президент билдәләүенсә, әлегә ун төбәк кенә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәй.

Путин бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексацияларға ҡушты.
Путин бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексацияларға ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында 2023 йылдың ғинуарында бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялауҙы үткәрергә ҡушты."Киләһе йылдың ғинуарында бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексацияларға кәрәк", - тип уның һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.Президент билдәләүенсә, әлегә ун төбәк кенә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәй. Уның һүҙҙәренсә, ярҙамға мохтаж төбәктәргә финанстар бирергә кәрәк.Бынан алда "Башинформ" 2023 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8 проценттан ашыуға артасағын хәбәр иткәйне. Федераль бюджетта был һәм башҡа социаль күрһәткестәр 2023-2025 йылдарға һалынған.

#ВладимирПутин
#БюджетХеҙмәткәрҙәре

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: