Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
5 Декабрь 2022, 10:43

Афарин, Рамазан!

"Спутник" радиостанцияһы 11-се тапҡыр "Өфө тулҡыны" конкурсын үткәрҙе. Гран-приҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан V синыф уҡыусыһы Рамазан Биккинин яуланы. 

Афарин, Рамазан!
Афарин, Рамазан!

Бығаса был бәйгелә балалар араһынан төп бүләкте береһе лә ала алмаған. Ә бына Рамазанға алтын скрипка асҡысы һәм 250 мең һум аҡса тапшырылған!
  Рамазан сәнғәт мәктәбенең йыр һәм баян синыфтарында бәләкәйҙән шөғөлләнә. Төрлө концерттарҙа сығыш яһай,инглиз телендә лә йырлай. Етәксеһе - Виктория Аритҡолова.
Әйткәндәй, Рамазан Биккинин «Маэстро Джаз» тигән XV  Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында һәм «Сулпылар» республика телевизион йыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булғайны. Яңыраҡ XII "Илһам" халыҡ-ара конкурсында ла шундай уңышҡа ирешкәйне.



Фото: Рамазан Биккининдың социаль селтәрҙәренән алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: