Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Декабрь 2022, 17:14

Һырғалаҡтар 1 метрға тиклем?

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары мөғжизәле боҙ ҡаласығына ҡарата яңы талаптар хаҡында һөйләне.

Һырғалаҡтар 1 метрға тиклем?
Һырғалаҡтар 1 метрға тиклем?
Стәрлетамаҡта яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөй башланылар. Әммә быйыл яңы йыл ҡаласыҡтарының айырылғыһыҙ өлөшө, ә тап һырғалаҡтарға, талаптар өлөшләтә үҙгәргән.
Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғәрифуллин UTV каналының тура эфирында бының турала һөйләне.
Быйыл һырғалаҡтар мотлаҡ ҡуйыла, ләкин боҙ һырғалаҡтар 1 метр бейеклектән дә артмаҫҡа тейеш.
- Бөтә һырғалаҡтар ҙа хәҙер аттракциондарға тиң. Уларға паспорт кәрәк. Һырғалаҡтар ағастан һәм һәр береһе сертификатлы булырға тейеш. Беҙ уларҙы мотлаҡ теркәргә тейешбеҙ. Боҙҙан эшләнгән һырғалаҡтарҙың бейеклеге бер метрҙан да артмаҫҡа тейеш,- тине Илдар Рифович.
Әммә Яңы йыл ҡаласыҡтарында башҡа һырғалаҡтар буласаҡ. Мәҫәлән, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ағастан эшләнгән ҙур һәм бәләкәй һырғалаҡтар ултыртыласаҡ. Шундай уҡ һырғалаҡтар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе майҙанында ла буласаҡ.

Фото: "Стерлитамак-онлайн" төркөмөнән алынды.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: