Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
8 Декабрь 2022, 10:17

Башҡортостанда Яңы йылға 50 градуслы һыуыҡ вәғәҙә итәләр.

Башҡортостан халҡы бер-береһенә әүҙем яңы йылға һауа торошон ебәрә башлаған. Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте төҙөгән документтан күренеүенсә, 25 декабрҙән аномаль һыуыҡтар көтөлә, термометрҙағы күрһәткестәр 36 градустан -50 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.

Башҡортостанда Яңы йылға 50 градуслы һыуыҡ вәғәҙә итәләр.
Башҡортостанда Яңы йылға 50 градуслы һыуыҡ вәғәҙә итәләр.

«Был беҙҙең өсөн Яңы йылға һауа торошо графигы. Был Урал, әфәнделәр», — тиелә хәбәрҙә.
 Башгидрометцентр билдәләүенсә, уларҙың белгестәре бындай оҙайлы күҙаллауҙар яһамай. Әммә беҙҙең төбәктә бындай һыуыҡтар булыуы ихтималлығын да инҡар итмәйҙәр.
"Иң ышаныслы һәм дөрөҫ фараз биш көнгә генә яһала. Әммә ундай һыуыҡтар булыуы мөмкин түгел, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, республиканың иң һалҡын төнө 1979 йылдың 1 ғинуарында була. Һуңынан Өфөләге "Дема" станцияһындағы термометрҙар - 48 градус, ә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында - 54 градус күрһәткән.
Ләкин беҙҙең ведомство был прогнозды яһаманы һәм ебәрмәне», — тип хәбәр итте «Башиноформ» мәғлүмәт агентлығына «Башгидромецентр» етәксеһе Анна Казаева.
Документтағы МБУ «ЕДДС ПГО» аббревиатураһы күрһәтелгән. Аңлауыбыҙса, был Кемерово өлкәһенең Полисаево ҡалаһының берҙәм диспетчер хеҙмәте.

Мәғлүмәт һәм фото: Башҡортостаным төркөмөнән. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: