Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
8 Декабрь 2022, 10:20

Республикала поликлиникаларҙың эш сәғәте оҙайтылды.

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы сирҙәре таралыу кимәле юғары булыу сәбәпле, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 7 декабрҙән поликлиникаларҙың эш сәғәтен оҙайтырға ҡарар итте.

Республикала поликлиникаларҙың эш сәғәте оҙайтылды.
Республикала поликлиникаларҙың эш сәғәте оҙайтылды.

Әле медицина учреждениеларында эш көндәрендә пациенттарҙы киске сәғәт 9-ға тиклем ҡабул итәләр.
Шулай итеп, табиптар бер сәғәткә оҙағыраҡ эшләй, тип белдерҙе амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире Альбина Танһыҡҡужина.
  Ял көндәренә лә эш графигы үҙгәргән. Төбәктә йәшәүселәр шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем табиптарҙан ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, йәкшәмбе дежур белгестәр эшкә сыға. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы:Башинформ. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: