

Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был компания "Ашҡаҙар" йылғаһы пляжында видеокүҙәтеү камералары ла ҡуйырға ниәтләй. Сөнки, төҙөкләндерелгән пляжды вандалдар емереп тә өлгөргәйне. Улар баржаның арҡанын өҙөп, декоратив таштарҙы йылғаға ырғытҡандар.
Шулай уҡ проект инициаторы Яңы йыл ҡаласыҡтарында видеокүҙәтеү урынлаштырырға һәм киләсәктә Коммунистик урамындағы паркка Wi-Fi ҡуйырға уйлай.
Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов әйтеүенсә, камераларҙы туҡталыш павильондарына ҡуйыуҙан башларға кәрәк. Был эш "Хәүефһеҙ ҡала" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла ала.