Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
14 Декабрь 2022, 13:00

Стәрлетамаҡҡа яңы прокурор тәғәйенләнде

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы прокуроры Игорь Станиславович  Пантюшин Стәрлетамаҡҡа килеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһына прокурор итеп тәғәйенләнгән яңы прокурор Дмитрий Коровкин менән рәсми таныштырҙы.

Игорь Пантюшин Дмитрий Викторович Коровкинды белемле һәм юғары квалификациялы белгес булараҡ ҡылыҡһырланы.  

Юстицияның өлкән  советнигы 38 йәшлек Дмитрий Коровкин ошо йылдың 22 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһына биш йыл срок менән прокурор итеп тәғәйенләнгәйне. Бөгөндән ул ошо  вазифаны башҡарасаҡ.  

Дмитрий Коровкин 1984 йылда тыуған.  2006 йылда Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһын тамамлаған.  Унда «юриспруденция» һөнәре буйынса  белем алғандан һуң республика прокуратураһы органдарында эш башлай. Ведомствоның Туймазы һәм Бәләбәй подразделениеларында тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы, өлкән прокурор һәм граждандарҙың хоҡуҡтары  үтәлеше һәм азатлығы  буйынса бүлектә өлкән прокурор, федераль ҡануниәт үтәлеше  буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләгән. Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгән өсөн  Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуроры һәм Башҡортостан Республикаһы прокуроры тарафынан  күп тапҡырҙар дәртләндерелгән.

- Стәрлетамаҡ республикала ҙурлығы һәм сәнәғәт үҫеше, әүҙем йәмғиәт тормошо буйынса икенсе урында тора. Шуға ла прокурорҙы ентекләп һайланыҡ, - тип билдәләне Игорь Станиславович. Ул шулай уҡ прокуратура хеҙмәткәрҙәренең етди һәм яуаплы  эштәрендә уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр теләне. Ошо уҡ көндө Стәрлетамаҡ ҡалаһына тәғәйенләнгән яңы прокурор Дмитрий Коровкин Башҡортостан Республикаһы прокуроры Игорь Станиславович Пантюшин менән төрлө мәсьәләләр сиселешен эҙләп килгән граждандарҙы шәхсән ҡабул итте.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе граждандар  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, һулар һауабыҙҙың сифаты, алимент түләү һәм башҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте һәм  шунда уҡ ыңғай яуаптар алды.

Мәҫәлән, бер предприятие алдындағы юл ҡарҙан таҙартылмай, ҡарҙан таҙартыусылар предприятиены урап үтеп китәләр, тип мөрәжәғәт итте уның етәксеһе. Ә бер егеттең картаһынан 90 мең һум аҡсаһын урлағандар. Аҡса ҡарағының эҙенә төшкәндәр: ул йәш кенә бер ҡыҙ булыуы асыҡланған. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер ҡатындың ире ике-өс йыл буйына алимент түләмәгән. Уның балаларына бурысы 500 мең һумға тиклем  йыйылып киткән. Был мәсьәләне хәл итеүҙе хоҡуҡ органдарына  контролгә алырға ҡушылды.  

Р. САФИНА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Стәрлетамаҡҡа яңы прокурор тәғәйенләнде
Стәрлетамаҡҡа яңы прокурор тәғәйенләнде
Автор:Роза Сафина
Читайте нас