Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
15 Декабрь 2022, 06:10

2023 йыл – Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы.

2022 йылдың 15 декабре  - Башҡортостан тарихының бер өлөшө булып торған дата. Был төбәк Башлығының Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау көнө, ә ысынында иһә республика халҡына мөрәжәғәт итеү, ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү һәм киләсәккә пландарҙы билдәләү тураһында үҙенсәлекле отчет менән сығыш яһау булып тора.

2023 йыл – Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы.2023 йыл – Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы.
2023 йыл – Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы.

- Һәр ҡайһыбыҙҙың бәләкәй ватаны бар, үҙенең беренсе аҙымдарын эшләгән, тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан тыуған төйәге бар. Бына мин үҙемдең тыуған ауылымда 5 йәшкә тиклем йәшәнем, кемдер 10 йәшкә тиклем, кемдер 20, ә ҡайһылары ғүмере буйы шунда төпләнеп ҡала.Кемдер ауылда тыуған, кемдер ҡалала, әммә һәр береһенең үҙенең тамырҙары менән бәйләнеше бар, һәр кеше үҙ ере өсөн яҡшы ғәмәлдәр эшләгеһе килә. Кемдер аҙыраҡ, кемдер күберәк. Әммә быныһы мөһим түгел. Иң мөһиме һәр кешенең күңелендә тыуған еренә ниндәй файҙа килтереү теләге бар. Шуға күрә, 2023 йылды Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип атайбыҙ,- тине Радий Хәбиров. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас