

Улар - конкурстар еңеүселәре, дәреслек, проекттар авторҙары. Константин Толкачёв телгә ҡағылышлы республика ҡануниәте тураһында һөйләне. Туған тел һағында тороусы педагогтарҙы байрам менән ҡотлап, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
"Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙы милли мәҙәниәткә ихтирам рухында тәрбиәләү өсөн бик күп эш башҡараһығыҙ, - тип наградланыусыларҙы тәбрикләне ул. Һеҙгә ауыр хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм!"