Шәхси балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштарын ҡала хакимиәте башлығы Р. Ғәзизов, Башҡортостан республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ринат Райманов һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шәриф Артур Әсәҙуллин ҡарарға килде.
Әлеге проектты беҙҙең ҡалала тормошҡа ашырыу башланғысы менән эшҡыуар Рената Романова сығыш яһаған, ул "Фил һәм ҡошсоҡ" балалар үҙәгендә баланың иң тәүҙә ижадын, аң һәм аҡыл кимәлен үҫтереүгә баҫым яһаласаҡ тип һөйләп үтте.
- Шәхси балалар баҡсаһы 36 урынға иҫәпләнгән. Бында өс төркөм эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта 11 бала йөрөй. Балалар өсөн тоҙ шахталары климатына ярашлы итеп махсуслаштырылған бүлмә, төрлө алымдар ҡулланып ( бәпәй фитнес, йога) физик әүҙемлектәрен үҫтереү өсөн спорт залы бар. Бәләкәстәр менән балаларҙы тәрбиәләү буйынса белгестәр генә түгел, хореограф, логопед һәм психолог та шөғөлләнә - тине "Фил һәм ҡошсоҡ"тоң директоры Регина Ибәтуллина.
Рөстәм Ғәзизов та балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бәхетле балаларҙы үҫтереү өсөн тейешле мөхит булдырыуҙарына ышана.
- Һәр иртә балалар бында ашҡынып килер, ә ата-әсәләр тәрбиәселәр йөҙөндә үҙ фекерҙәштәрен табыр тигән ышаныста ҡалам,- тине ул.