

Улар тәүлектең ҡараңғы ваҡытында "4-се йорт идараһы" туҡталышы, Хоҙайбирҙин урамы, 17 һәм 17-се мәктәп ҡаршыһындағы үткәүелдәрҙе яҡтыртып торасаҡ.
Шулай уҡ быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса 18 саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы 18 юл ремонтланды. Киләһе йылға яҡынса 8 километр оҙонлоғондағы юлдар ремонтланасаҡ, шул иҫәптән Водолаженко урамындағы юлдар ҙа. Ул ысынлап та ремонтҡа мохтаж. Шулай уҡ күптән түгел генә Яр буйы микрорайонындағы юл да сафҡа индерелде. Яйлап ҡына ҡала магистралдәрен дә тәртипкә килтерәсәктәр.
#Национальныепроекты#нацпроекты#Миллипроекттар#Стерлитамак#Стәрлетамаҡ