Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
10 Января 2023, 11:27

Башҡортостанда тәүлек эсендә һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

11 кеше зыян күргән.

Башҡортостанда тәүлек эсендә һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.Башҡортостанда тәүлек эсендә һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостанда тәүлек эсендә һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Кисә Стәрлетамаҡ-Раевка юлында "Chevrolet Cobalt" менән «КамАЗ» бәрелешкән. Еңел автомобилдәге ике пассажир дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү бара.
Төбәктең Дәүләт автоинспекцияһы бындай һыуыҡтарҙа водителдәрҙе юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Сыҡҡан хәлдә лә,юлда водителдәргә ныҡ иғтибарлы булыу талап ителә. Мотлаҡ рәүештә тиҙлек тәртибен һаҡлағыҙ, дистанцияны күҙәтегеҙ, бигерәк тә йәйәүлеләр үтә торған урында һаҡ булығыҙ. Киҫкен боролоштар яһамағыҙ, тиҙерәк үтеп китергә ашыҡмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын мотлаҡ эләктерегеҙ.

Юл йөрөгәндә киҫкен хәл килеп тыуһа йәиһә ярҙам кәрәкһә, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: 8 (347) 235-84-02, 8 (347) 233-27-31 йәки  8 (347) 237-84-80, 8 (347) 237-02-02.

Сығанаҡ: Владимир Севастьяновтың телеграмм-каналы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас