Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
11 Ғинуар 2023, 09:35

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе - 2023” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Был конкурс йыл һайын «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы буйынса уҙғарылып килә.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе - 2023” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе - 2023” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе - 2023” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Конкурс номинациялары:

“Милләт әсәһе” – күп балалы әсәйҙәр араһында, шулай уҡ Ватаныбыҙҙың ысын илһөйәрҙәрен, СВО-ла ҡатнашыусыларҙы, Рәсәй геройҙарын тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә асыҡланасаҡ.
”Лидер” – яҡшы ойоштороусылар, ирекмәндәр, шул иҫәптән Донбасс халҡына һәм СВО-ла ҡатнашыусылар гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар.

”Мәҙәниәт” – милли ҡиммәттәр, Рәсәй халыҡтары традициялары мәнфәғәтенә эшләүселәр.

”Медицина эшсәне” – пандемияла һәм Донбасста эшләүсе ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында.

”Көмөш ирекмән” – әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып барыусы 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында.

”Ғалимә”, ”Педагог” – ғилем, белем биреү өлкәһендә эшләүселәр.

”Бизнес-леди” – хәйриәлек һәм ижтимағи тормошта әүҙемлек күрһәтеүсе эшҡыуарҙар.

”Оҫта” – халыҡ кәсептәрен таратыусылар араһында.

”Йәш лидер” – 35 йәшкә тиклемге ирекмән һәм ижтимағи эштәрҙә әүҙемлек күрһәтеүселәр араһында

Был конкурстың муниципаль этабында ҡатнашыу өсөн портфолио (презентацияғыҙҙың) электрон вариантын ошо адресҡа ебәрергә кәрәк zulfiya_abdul@mail.ru.
Белешмәләр өсөн телефон: 8917-476-6020.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас