

Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Республикала 10 ғинуарға ковид йоҡтороуҙың 124 осрағы теркәлгән. 258 пациент коронавирустан һауыҡҡан. Әле 149 пациент стационарҙа һаулығын нығыта, 1 456 кеше өй шарттарында дауалана. Инфекция госпиталдәрендә коронавирустан дауалау өсөн 430 койка әҙерләнгән, буш койка фонды —35 процент.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты — 0,70, Рәсәйҙә иһә 0,93 тәшкил итә.