Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
11 Ғинуар 2023, 06:02

"Тешегеҙҙе бушлай дауалайым".

Эскән килеш руль артына ултырып тотолған теш табибы, ЮХХДИ инспекторҙарына тештәрен дауалау рәүешендә ришүәт тәҡдим иткән. 

"Тешегеҙҙе бушлай дауалайым"."Тешегеҙҙе бушлай дауалайым".
"Тешегеҙҙе бушлай дауалайым".

Был хәл Бүрәт республикаһында булған.
Инспекторҙар 33 йәшлек ҡатын идара иткән Honda  автомобилен туҡтатҡас,уның руль артына иҫерек килеш ултырғаны билдәле булған. Ул ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә административ протокол төҙөмәүҙәрен үтенгән, бының өсөн мин һеҙҙең тештәрегеҙҙе бушлай дауалайым тигән. 
Шулай ҙа уға иҫерек килеш транспорт менән идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡ хаҡындағы протокол төҙөгәндәр. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас