

Бында эшләгән персоналдарҙың хәстәрлеге физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да сыныҡтыра. Шифахана ял итеүселәр менән һәр саҡ тулы булыуы ла күпте һөйләй. Бында эшләгән табиптарҙың яңы ысулдарҙы ҡулланыуы һөҙөмтәһендә уның даны Башҡортостандан ситтә лә киң таралған. Екатеринбург, Силәбе, Пермь һәм илдең башҡа алыҫ төбәктәренән дә бында даими рәүештә сәләмәтлеген нығытыусылар бар.
Заманса, яҡшы йыһазландырылған "Ҡайынҡай” шифаханаһында бөтә төр медицина тикшереүҙәрен (эшкә урынлашыу, водителдәр танытмаһын алыу, алыштырыу өсөн), электрокардиограмма, ультратауыш тикшеренеүе, ФГСД үтергә, дөйөм һәм биохимик ҡан анализдары тапшырырға мөмкин. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: анализдар тапшырғанда ла, медицина күҙәтеүе үткәндә лә, “һыу буйы” сиратта торорға кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта хаҡтар ҙа “тешләшмәй”.
Төрлө шифалы үҙенсәлектәре менән заманса дауалау алымдарын берләштергән комплексҡа барып ял итеп, дауаланып ҡайтығыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте http://myberezka.ru https://vk.com/berezka_str һылтанмалары аша табырға һәм 8 (3473) 43-67-68, 8-987- 259-97-65 һандары буйынса иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем белешергә мөмкин. Шифахананың адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 4А.