Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
13 Ғинуар 2023, 08:04

Өфө журналистарына - Рәсәй Хөкүмәте премияһы!

Өфө журналистары киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды.

Өфө журналистарына - Рәсәй Хөкүмәте премияһы!Өфө журналистарына - Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
Өфө журналистарына - Рәсәй Хөкүмәте премияһы!

Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге Хөкүмәт премияһы ижади, һөнәри ҡаҙаныштар өсөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бирелә.
Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге Хөкүмәт премияһына "Башҡортостан медиашефлығы - Донбасс балалары" махсус проектын тормошҡа ашырғаны өсөн "Аҡбуҙат" журналы коллективы ағзалары лайыҡ булды. Улар – баш мөхәррир Лариса Абдуллина, художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова, яуаплы секретарь Миңлегөл Тайсина, рәссамдар Азамат Ғарипов һәм Ирина Әхмәҙуллина.
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Хөкүмәткә, Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығына һәм Журналистар союзына балалар баҫмаларына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас