

... Әҙәм балаһының ауыр яҙмышы шулай инде... Кем булыуыңа ҡарамаҫтан,бер көн килеп һине барыһы ла онотасаҡ.
Бына "Онотолған әҙәм" спектаклендәге Назым Хикмәттең дә тормошо шулайыраҡ булған. Уны барыһы ла онотҡан- дуҫтар,коллегалар һәм хатта ҡатыны ла...
Әммә ул үҙе тирәһендә әйләнгән хәл-ваҡиғалар баҫымына бирешмәйенсә, бөтә яҡшы сифаттарҙы ла үҙендә һаҡлаған кеше. Тормош юлына аяҡ баҫыусы башҡа геройҙарҙы ла яҙмыш тигәндәрең әленән-әле тапҡырлыҡта, зирәклектә, отҡорлоҡта һынап ҡына тора. Уларҙың һәр береһе мөхәббәт эҙләй. Был донъяны бит дауаларға кәрәк! Ә дауаларға дарыу түгел, уға тик кешелеклек һәм мөхәббәт кәрәк...
Геройҙарҙың барыһы ла ауыр яҙмыш һынауҙарын йырып сыға алырмы?... Был хаҡта спектаклдең яңы форматында белерһегеҙ!
Спектакль тамамланғас, психолог Калякин Денис Владимирович менән осрашыу була, унда һеҙ спектаклде ҡарау барышында килеп тыуған һорауҙарға яуаптар, төрлө мәсьәләләрҙе тикшерә алаһығыҙ.
Билеттарҙы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә һәм онлайн алырға мөмкин. Шулай уҡ Пушкин картаһы буйынса ла алырға була:
https://sgtko.ru/afisha/event/spektakl-onotol-an-m-vsemi-zabytyj/