

Шулай уҡ Башҡортостан башлығы Мортаза Ғөбәйҙулла улы иҫтәлеген мәңгелләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан.
- Артабан беҙ күмәкләп йыйылып бөтә тәҡдимдәрҙе ҡарап сығасаҡбыҙ. Константин Борисович Дәүләт Йыйылышы исеменән үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Бында беҙгә аҡыллы кәңәш итергә һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улы иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтергә кәрәк,- тине республика башлығы.