Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
23 Ғинуар , 15:28

Өфөнән Магнитогорскиға "Урал легендаһы" поезы ғинуар аҙағында ла йөрөй.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы мәғлүмәте буйынса, "Урал легендаһы" туристик поезы Магнитогорскиға тиклем киләһе ял көндәрендә лә, 28 һәм 29 ғинуарҙа ла, бара.

Өфөнән Магнитогорскиға "Урал легендаһы" поезы  ғинуар аҙағында ла йөрөй.
Өфөнән Магнитогорскиға "Урал легендаһы" поезы ғинуар аҙағында ла йөрөй.

2017 йылдан йөрөгән электричка тау саңғыһы спортын яратыусылар, һәүәҫкәр спортсылар өсөн бик уңайлы транспорт.

Тәүҙә поезд Өфөнән Белорет тау саңғыһы курорттарына тиклем генә барһа, һуңғы йылдарҙа маршрут Магнитогорск ҡалаһына тиклем оҙайтылды. Вокзалдан "Яҡтыгүл" тау саңғыһы курортына тиклем трансфер бар. Автобуста алдан урын алып ҡалыр өсөн мессенджерҙар аша ошо номер буйынса яҙырға мөмкин: 8-937-475-12-38.

Ҡала яны поездарының 2023 йылдың 28 һәм 29 ғинуарына ҡарата графигы:

№77481/7482 - 7496/7495 Өфө (ҡуҙғалыу ваҡыты 07:08) - Яңы Абҙаҡ (килеү ваҡыты 13:13, ҡуҙғалыу ваҡыты 13:21) - Магнитогорск (килеү ваҡыты 14:15).

Ташбулат станцияһында өҫтәмә туҡтау урыны: (килеү ваҡыты 13: 45, 1 минут тора) .

Кирегә: №7498/7497 - 7498/7497 Магнитогорск (ҡуҙғалыу ваҡыты 16:15) – Ташбулат (килеү ваҡыты 16:56, ҡуҙғалыу ваҡыты 16:57) - Яңы Абҙаҡ (килеү ваҡыты 17:20, ҡуҙғалыу ваҡыты 17:25) – Өфө (килеү ваҡыты 23:17). 

Урындағы ваҡыт күрһәтелгән. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн юл йөрөүгә 50 процент ташлама, тау саңғыһы ҡорамалдарын ташыу бушлай.

Фото: "Башинформ".

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в