Citroen C4 һәм Daewoo Nexia автомобиле ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск трассаһының 252-се километрында булған.
45 йәшлек водитель Магнитогорскиҙан Белоретка китеп барғанда ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм икенсе машинаны төрттөргән.
Авария һөҙөмтәһендә Daewoo Nexia машинаһының руль артында ултырған 44 йәшлек ир һәм уның 45 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Фото: Владимир Севастьяновтың телеграмм каналынан алынды.