

Өфө, Стәрлебаш, Дүртөйлө, Ишембай һәм Ейәнсура райондарындағы 7 янғында 2-нән алып 4-кә тиклем кеше зыян күргән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 16 ғинуар көнө "ҡара дүшәмбе"гә әйләнде: бер тәүлектә генә янғындарҙа 6 кеше һәләк булды.
Үлемесле янғындарҙың төп сәбәптәренең өсәүһе билдәле:
1) тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу;
2) электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
3) мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Урамда һыуыҡ булыу сәбәпле, күптәр өйҙә йә соланда тәмәке тарта. Был ғинуар айындағы 13 кешенең үлеменә сәбәпсе булған да инде.
Фажиғә булмаһын өсөн тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә ташламағыҙ, бинала тәмәке тартмағыҙ!
Үҙегеҙ яһаған һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ!
Торлаҡты янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламалары менән йыһазландырыу – һөҙөмтәле сара. Ошондай бәләкәй сиреналар республикала 934 кешенең, шул иҫәптән 341 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Мәҫәлән, 10 ғинуар иртән Нуриман районынды биш кеше, шул иҫәптән өс бала янғын иҫкәрткесе тауышынан уянып, ут ялмаған торлаҡтан сығып ҡотолған.