Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
2 Февраль 2023, 12:38

Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла.

Өфөнөң «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыуға әҙерләнәләр.

Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла.Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла.
Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла.

Тарих тамашасыларға хронология тәртибендә тәҡдим ителә: «Һауа блокадаһы», «Сталинград алышы», «Ҡышҡы йәшен» операцияһы, «Тацинск рейды», «Ҡулса», «Сталинградтың төньяҡ райондары өсөн алыштар», «Мамаев ҡурғаны», «Павлов йорто».

«Башинформ» агентлығына мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 февралдә бөтәһе өсөн дә инеү бушлай. Һуңынан уҡыусылар ғына бушлай инергә мөмкин. Белешмә алыу һәм экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: +7(347)286-60-66.

«Сталинград – Еңеү тарихы» – илдең киләсәге өсөн көрәштә совет халҡының ҡаһарманлығы символына әүерелгән ҡалаға бағышланған Бөтә Рәсәй проекты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-31/v-ufe-otkryvaetsya-posvyaschennaya-80-letiyu-stalingradskoy-bitvy-mudtimediynaya-vystavka-3124397

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас