

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләүенсә, ноябрҙә һалдат миномет утына эләккән. Һөҙөмтәлә уның бите йәрәхәтләнгән, өҫкө яңаҡ ҡыуышлығы һөйәктәре һынған. Дондағы Ростов ҡалаһының хәрби госпиталендә яҡташыбыҙға ашығыс ярҙам күрһәтәләр. Табиптар хәрбиҙең башынан ярсыҡтарҙы ала, яраларын таҙалай.
Декабрь аҙағында яҡташыбыҙ Республика клиник дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Башҡорт табиптары компьютер томографияһы һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп операция яһай. Хәрбиҙең башында ҡалған яраларҙы сығарып алалар. Операция заманса технологиялар ярҙамында эшләнә. Бынан һуң пациенттың хәле яҡшырған, уны өйөнә ҡайтарғандар.
Яңылыҡтар Башҡортостаным.