Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
3 Февраль 2023, 08:04

Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын сәнсеп үлтергән!

Был фажиғә күп балалы ғаиләлә булған.

Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын  сәнсеп үлтергән!Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын  сәнсеп үлтергән!
Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын сәнсеп үлтергән!

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шул өйҙә йәшәгән ҡатын күршеләренә туҡылдатып, өйҙә ирем ғауға ҡуптарҙы тип ярҙам һораған. Ул 10 йәшлек ҡыҙы менән булған.
Күршеләре менән фатирына кире әйләнеп барһа, ишек бикле булған. Ҡотҡарыусыларға шылтыратырға тура килгән - улар ишекте емереп асҡас, ҡот осҡос күренешкә тап булғандар. Фатирҙа 6 һәм 13 йәшлек малайҙарҙың һәм аталарының мәйете табылған. Балаларҙың тәндәре бысаҡ эҙҙәренә йәрәхәтләнгән.  Фараз буйынса, уларҙы ғаилә башлығы үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған. 

Әле енәйәт урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй. Ғаилә иҫәптә тормаған, ир эре компанияла эшләгән һәм отпускыла булған. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас