Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
6 Февраль 2023, 15:03

Ҡала етәксеһе хәрби операция зонаһынан ҡайтты.

"Өйгә ҡайттыҡ. 5000 километрҙан ашыу юл артта ҡалды. Шул иҫәптән Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре буйынса. Бер ыңғай егеттәрҙең хәлдәрен дә беләйем тип, гуманитар ылауҙы бергә алып барҙым".

Ҡала етәксеһе хәрби операция зонаһынан ҡайтты.
Ҡала етәксеһе хәрби операция зонаһынан ҡайтты.

Стәрлетамаҡтар ике ҙур КамАЗ, газель һәм бер еңел автомобилгә алғы һыҙыҡта кәрәкле булған әйберҙәр тейәгән. Автомашиналар, генераторҙар, тепловизор, квадрокоптерҙар,йылылыҡ мейестәре, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек продукттарын барыһына ла алып барып тапшырғандар.

- Ҡала хакимиәте, "Башҡорт сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте һәм Стәрлетамаҡтың башҡа предприятиелары, ветерандар ойошмалары, эшҡыуарҙар, битараф булмаған кешеләр,  барыһы ла кәрәкле әйберҙәрҙе яҡташтарыбыҙға ҙур хөрмәт һәм хәстәрлек менән йыйған. Әлбиттә, туғандарынан шәхси посылкалар ҙа алып барҙыҡ. 

Билдәле сәбәптәр буйынса, был гуманитар ярҙамды алып барып еткереүе еңелдән булманы. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ, иҫән-һау барып еттек, егеттәребеҙҙе күргәнгә, шәхсән үҙебеҙ барып ярҙамды ҡулдарына тапшырғаныбыҙға шатмын.
Беренсе, икенсе, өсөнсө полкта хеҙмәт иткән һәм  А. Доставалов исемендәге ирекле батальон егеттәре менән күрештек. Командирҙары менән таныштым, хатта бер-нисә мөһим мәсьәләләр буйынса фекер ҙә алыштыҡ. Урындағы халыҡ та беҙҙең егеттәрҙә яҡлаусыларҙы күрә һәм уларға ҙур өмөттәр бағлай. Беҙҙекеләр ышаныс һәм юмор тойғоһон юғалтмай, үҙҙәрен лайыҡлы тота. Бик юғары хәрби рухта тип билдәләй командирҙары ла,- тине Р.Ғәзизов.

Беҙҙең егеттәр Стәрлетамаҡ халҡына , кәрәкле әйберҙәр, игелекле һүҙҙәр, доға менән ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәттәрен еткергәндәр. Арабыҙҙа меңләгән километр булыуына ҡарамаҫтан, һеҙҙән бөркөлгән йыйылыҡты тоябыҙ тиҙәр егеттәр,-  тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы.

- Мин үҙ сиратымда "Набат" һәм "Афғанстан ветерандары союзы", ҡала предприятиелары, яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ ошо йүнәлештә бер команда булып эшләйбеҙ һәм артабан да махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ.
Яҡташтарыбыҙға иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ!-  ти ҡала етәксеһе.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: