Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Февраль 2023, 18:08

Мия, Христос, Клеопатра: Башҡортостанда балаларға ҡушылған иң популяр исемдәр билдәле булды.

2022 йылда республикала ҡыҙҙарға Әминә исемен күп ҡушҡандар. Артабан исемлекте Ева, Амелия, Арина, София, Эмилия, Йәсминә, Алиса, Милана, Виктория исемдәре дауам итә. Был хаҡта «Башинформ»ға Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иткәндәр.

Мия, Христос, Клеопатра: Башҡортостанда балаларға ҡушылған иң популяр исемдәр билдәле булды.
Мия, Христос, Клеопатра: Башҡортостанда балаларға ҡушылған иң популяр исемдәр билдәле булды.

Малайҙар араһында иң күп ҡушылған исемдәр: Әмир, Артем, Тимур, Матвей, Эмир, Марк, Мирон, Роман, Давид, Михаил.
Ҡыҙҙарға иң һирәк ҡушылған исемдәр: Лара, Илайда, Клеопатра, Элис, Синам, Калепси, Ноэми, Джамила, Виона, Октавия, Мия, Арья.
Һирәк ир-егет исемдәре: Федор, Андреас, Акмал, Туран, Христос, Аксель, Джастин, Арис, Николаус, Сэмоэль, Нив, Раффаэле.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: