Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Февраль 2023, 12:00

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бөгөн 89 йәш тулыр ине.

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров, хөкүмәт вәкилдәре, республиканың беренсе етәксеһенең ҡатыны Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова һәм туғандары Башҡортостандың беренсе Президентының ҡәберенә сәскәләр һалды.
— Бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына 89 йәш тулған булыр ине. Яңы йыл төнөндә беҙ уның менән күрешкәйнек. Тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүен теләп ҡотланыҡ һәм 90 йәшлек юбилейын билдәләрбеҙ, тип вәғәҙәләгәйнек. Әммә яҙмыш башҡаса хәл итте.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлайыҡ. Беҙ уны бер ваҡытта ла онотмабыҙ һәм Башҡортостан халҡына күрһәткән хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәсәкбеҙ, — тине Радий Хәбиров.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: