+3 °С
Болотло
Тифлокомментарий – сценарист төҙөгән һәм диктор уҡыған видеорәттең кадр артындағы тасуирламаһы.
Әкиәттә үҙенсәлекле тамашасылар булды. Тифлокомментатор Татьяна Рәжәпкина тере аңлатма биреп балаларға сәхнәлә барған хәлдәрҙе «күрергә» ярҙам итте.
Актерҙарҙың репликалары араһында тифлокомментатор сәхнәлә барған хәлдәрҙе: декорацияларҙы, артистарҙың костюмдарын, уларҙың хис-тойғоларын, хәрәкәтен тасуирланы.