Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Февраль 2023, 18:12

Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үлгәндән һуң Суворов миҙалына лайыҡ булды.

Награданы махсус хәрби операцияла һәләк булған Азат Рәзит улы Мифтаховтың ҡатыны менән әсәһенә тапшырҙылар.

Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үлгәндән һуң  Суворов миҙалына лайыҡ булды.
Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үлгәндән һуң Суворов миҙалына лайыҡ булды.

Азат Рәзит улы Мифтахов Стәрлетамаҡта тыуған, ҡаланың 2-се лицей-интернатында уҡыған. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Шул уҡ йылда Мәскәү өлкәһендә үткән хәрби хеҙмәткә саҡырылған. 2006-2014 йылдарҙа "Синтез-Каучук" акционерҙар йәмғиәтендә аппаратсы булып эшләй.

2014 йылда Азат Мифтахов тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләп, контракт төҙөгән.  Мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итә.  2022 йылда Украина биләмәһендә махсус хәрби операцияға ебәрелә.

"Азат Рәзит улы  үҙенең халҡын, илен намыҫ менән яҡланы, аҙаҡҡа тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалды. Мәңгелек дан һәм мәңгелек хәтер! ", - тип яҙҙы Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәрҙә. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: